МӘКТӘПКӘСӘ БАЛАЛАР УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ, сабый (2 айлыҡтан 3 йәшкә тиклемге) һәм мәк‑ тәпкәсә йәштәге (3‑тән 6—7 йәшкә тиклемге) балаларҙы дөйөм тәрбиәләү өсөн тәғәйенләнгән белем биреү учреждениелары. М.б.у. тәрбиәләү принциптары тәрбиәне гуманлаштырыуға һәм һәр балаға айырым мөнәсәбәт күрһәтеүгә йүнәлтелгән. М.б.у. дәүләт системаһы 4 типтан тора: ясле, ясле‑балалар баҡсаһы, балалар баҡсаһы, “башланғыс мәктәп—балалар баҡсаһы” комплексы. М.б.у. төр һәм категориялар б‑са айырыла. Тәрбиәләнеүселәрҙе бер йәки бер нисә өҫтөнлөклө йүнәлештә үҫтереү; ҡарау һәм һауыҡтырыу; ҡатнаш төрҙәге балалар баҡсалары; үҫтереү үҙәктәре, ш. уҡ һаулығында тайпылыштар булған балалар өсөн махсус (коррекция) М.б.у. була. 1916 й. Өфөлә мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн шәхси майҙансыҡтар (башлыса йәйге осорҙа ойошторолған учреждениелар) эшләгән. Тәүге дәүләт майҙансыҡтары 1919 й. Өфө парктары һәм баҡсаларында Якутов И.С. исемендәге паркта (1,2 мең урынлы), Халыҡ университеттары йәмғиәте баҡсаһында, Азатлыҡ паркында (хәҙ. Ленин В.И. исемендәге парк, 700 урынлы) — асыла. М.б.у. тәрбиә балаларҙың туған телендә алып барыла. Башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш балалар майҙансыҡтары һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн балалар йорттары ойошторола. Әйтәйек, Тамъян-Ҡатай кантонында 14 майҙансыҡтың 10‑ы — башҡортса, Бөрө кан‑ тонында 12 майҙансыҡ араһында урыҫ, татар, мари телдәрендә эшләгәндәре була. Өфөлә тәүге балалар баҡсаһы 1919 й. асыла. 1929 й. респ. 400‑гә яҡын (89 башҡ., 125 татар, 162 урыҫ) балалар баҡсаһы эшләй. Баймаҡ районында 1932 й. 5 башҡ., 4 татар, 5 урыҫ балалар баҡсаһы була. 1945 й. Өфөлә 70 балалар баҡсаһы (6 мең бала) иҫәпләнә, уларҙың күбеһе Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында эвакуацияланған балаларҙы ҡабул итә. 1960 й. БАССР‑ҙа 484 балалар баҡсаһы эшләй, уларҙа 28 мең бала һәм 2 меңгә яҡын тәрбиәсе була. 1990 й. респ. 2522 (256,7 мең бала), 2000 й. — 1894 (141,4 мең), 2010 й. — 1771 (170 мең бала) М.б.у. эшләгән. М.б.у. төп өлөшө ауыл ерендә урынлашҡан — 1165 (57,6 мең бала); уларҙың күп өлөшөн бәләкәй комплектлы балалар баҡсалары тәшкил итә. 2005 й. респ. 1139 балалар баҡсаһы (56516 бала), 315 компенсациялаусы балалар баҡсаһы һәм компенсациялаусы төркөмдәре булған балалар баҡсаһы (ишетеү һәм күреү һәләте, телмәре боҙолған, психик үҫеш тотҡарлыҡтары булған балалар өсөн; 11513 ба‑ ла), шифахана тибындағы 13 ҡарау, күҙ-ҡолаҡ булыу һәм һауыҡтырыу балалар баҡсаһы (1319 бала), 104 баланы үҫтереү үҙәге (25831 бала) була. 2010 й. 188 М.б.у. ҡарамағында 4663 бала өсөн ваҡытлыса урынлашыу төркөмдәре асыла. “Башланғыс мәктәп—балалар баҡсаһы” муниц. М.б.у. эшләй, уларҙың эшмәкәрлеге мәктәпкәсә белем биреү м‑н башланғыс белем биреүҙең күсәгилешлелеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән; уҡытыу башланғыс мәктәптең 1—3 һәм 1—4 кластары программаһы б‑са алып барыла. 1999 й. бөтә мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың 53%‑ы, 2010 й. 59,9%‑ы М.б.у. йөрөгән. М.б.у. уҡытыу һәм тәрбиәләү башҡ., урыҫ, мари, мордва (эрзя, муҡшы), татар, удмурт һәм сыуаш телдәрендә алып барыла. Милли балалар баҡсаларында һәм күп милләтле балалар баҡсаларының тәрбиәләү һәм уҡытыу төркөмдәрендә пед. процесс билингвизм нигеҙендә ойошторола. Шулай уҡ респ. уҡытыу һәм индивидуаль үҫеш өсөн айырым шарттар талап ителгән, үҫешенә айырым атмосфера һәм махсус уҡытыу программаһы кәрәк булған айырыуса һәләтле балалар өсөн шәхси М.б.у. асыла. Мәктәпкәсә тәрбиә биреүҙең яңы төрҙәрен ҡулланған М.б.у. (ял көндәре балалар баҡсаһы, балаларға күҙ-ҡолаҡ булыу үҙәктәре һ.б.) әле формалашыу өҫтөндә. Республиканың М.б.у. 17083 педагог, ш. иҫ. 13612 тәрбиәсе һәм өлкән тәрбиәсе, 1252 музыка етәксеһе, 128 уҡытыусы-дефектолог, 779 уҡытыусы-логопед, 208 өҫтәмә белем биреү педагогы, 588 физик культура инструкторы, эшләй (2010).

Әҙәб.: Ф а х р е т д и н о в а М.Н. Очерки по истории общественного дошкольного вос‑ питания в Башкирской АССР (1917—1941). М., 1952; А б с а л я м о в а А.Г. Концепция регионального компонента высшего профессионального образования. Уфа, 2004. 

Ә.Ғ.Әбсәләмова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке