АҠТАНЫШ‑ШИШМӘ БӨГӨЛӨ, тау тоҡомдары м‑н тулып етмәгән кире тектоник структура. Кама-Кинәле бөгөлдәре системаһының үҙәк өлөшөн биләй. Сарапул бөгөлөнән Урал алды бөгөлөнә тиклем һуҙыла. Төньяҡ‑көнсығыш борты — Башҡорт палеокөмбәҙенең, көньяҡ-көнсығыш борты Көньяҡ Татар көмбәҙенең ситке өлөштәре м‑н сиктәш (ҡара: Тектоника). Ялғаш формаһында, симметриялы түгел. Оҙонлоғо яҡынса 260 км, киңлеге яҡынса 160 км. Бөгөл борттарының тышҡы һәм эске зоналары бар. Тышҡы (палеошельф) зоналарҙа бер нигеҙле яңғыҙ, барьерлы һәм ҙур рифтар таралған. Риф эзбизташтарының йәше — франс ярусының аҫҡын горизонты — фамен ярусының Волга аръяғы надгоризонты. Төньяҡ‑көнсығыш тышҡы зонала карбонатлы тоҡомдар — балсыҡлы‑карбонатлы, көньяҡ‑көнсығышта балсыҡлы‑кремнийлы фацияларға күсәләр. Бөгөлдөң төньяҡ‑көнсығыш борты буйында үҙәгендә Арлан ҡалҡыуы (оҙонлоғо 90 км, киңлеге 5—20 км, бейеклеге 30—95 м) булған Оло Арлан—Дүртөйлө барьерлы рифы урынлашҡан. Көньяҡ‑көнсығыш зонаһы ҡалынлығы 300—500 м тиклем булған ҙур ҡалын ҡатламлы, ҡайһы бер урында рифтарҙан торған эзбизташтарҙан ғибәрәт. Эске һуңғы турней зоналарында, борт буйы үрҙәрендә һәм локаль ҡалҡыуҙарҙың көмбәҙ тирәһе өлөштәрендә Благовещен, Волков, Гуровка, Ҡарасәйылға, Туғай, Маншыр, Яңы Уҙыбаш, Тубылғаҡ, Таймырҙа, Шаҡша, Щелкан, Сәрмәсән рифтары сылбыры үҫешкән. Рифтарҙың оҙонлоғо 1,5—4 км, киңлеге 2—16 км, бейеклеге 60—250 м, ҡабырғаларының ауышыу мөйөшө 8—11°. Ҡатламдар фамен һәм турней ярустарының карбонатлы тоҡомдарынан тора. Бөгөлдөң үҙәк өлөшөндә Ҡыҙыл‑Шишмә риф массивы урынлашҡан. А.‑Ш.б. буйында палеозойҙың турней ярусынан аҫҡы пермь ҡатламдарына тиклем карбонатлы тоҡомдарҙан торған валдар күҙәтелә; өҫкө турней эзбизташтарының ҡатламдары төрлө дәрәжәлә ашалған.

Бөгөл өҫкө девон төбөнөң төньяҡ-көнсығыш йүнәлешле киртләс буйында киҫкен тәрәнәйеүе арҡаһында барлыҡҡа килгән. Аҫҡы карбондың терриген һәм терриген‑карбонат тоҡомдары м‑н тигеҙләнгән. А.‑Ш.б. сиктәрендә 45 нефть ятҡылығы, ш. иҫ. Арлан нефть ятҡылығы һәм Маншыр нефть ятҡылығы асылған.

Әҙәб.: Мкртчян О.М. Закономерности размещения структурных форм на востоке Русской плиты. М., 1980.

Е.В.Лозин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.