МӘКТӘП-ИНТЕРНАТТАР, ғаиләгә бала тәрбиәләүҙә ярҙам күрһәтеү, уларҙа үҙ аллы йәшәү тәжрибәһе булдырыу, соц. яҡлау һәм ижади һәләттәрҙе үҫтереү маҡсатында ойошторолған, уҡыусылар йәшәй торған уҡытыу-тәрбиә учреждениелары. КПСС ҮК һәм СССР МС‑ының 1956 й. 15 сент. “Мәктәп-интернаттар ойоштороу тураһында” ҡарары б‑са асы‑ лалар. 1995 й. 26 июнендәге Дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты т‑дағы һәм 1995 й. 1 июлендәге Етем балалар һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн белем биреү учреждениеһы т‑дағы типовой положениеларға һ.б. ярашлы эш итәләр. РФ Мәғариф министрлығы һәм РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағында була. Етем балалар һәм тейешле тәрбиә бирерлек шарттары булмаған ғаиләләрҙең балалары өсөн — дөйөм типтағы; оҙайлы дауалауға мохтаж балалар өсөн — санаторий тибындағы; психофизик үҫеше боҙолған балалар өсөн — махсус(ҡара: Коррекция мәктәптәре); һәләтле балаларҙың айырым предметтарҙы тәрән өйрәнеүе өсөн махсуслаштырылған М.‑и. була. Революциянан (1917) һуң балалар йорттары, мәктәп-коммуналар, уҡыу-производство патронаттары, крәҫтиән йәштәре мәктәптәре, санаторий-урман мәктәптәре итеп ойошторолалар. 1943 й. башлап етем балаларҙы, Бөйөк Ватан һуғышы фронтовиктары һәм инвалидтары балаларын уҡытыу һәм тәрбиәләү өсөн интернат тибындағы мәктәптәр асыла. БАССР‑ҙа 1‑се Башҡ. респ. мәктәп- интернаты (ҡара: Гимназия-интернат №1) тәүге М.‑и. була. 1956 й. — 4, 60‑сы йй. — 28 (11,5 мең уҡыу‑ сы) М.‑и.; 1990 й. — дөйөм типтағы 23 М.‑и. (7073 уҡыусы), ш. иҫ. етем балалар һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн 2 М.‑и. (322 уҡыусы), һәм 26 махсус (4363 уҡыусы), ш. иҫ. аҡыл үҫеше яғынан артта ҡалған етем балалар өсөн 1 М.‑и. (175 уҡыусы); 2009 й. — дөйөм типтағы 33 (9098 уҡыусы) һәм 26 махсус (3221 уҡыусы) М.‑и., ш. иҫ. аҡыл үҫеше яғынан артта ҡалған етем балалар һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн 1 М.‑и. (149 уҡыусы), эшләй. 2013 й. дөйөм типтағы 37 һәм 26 махсус М.‑и., ш. иҫ. етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн 1 М.‑и. эшләй. БР‑ҙа Башҡорт лицей-интернаты, Гимназия-интернат №2, Дәүләткилдеев Ҡ. исемендәге һынлы сәнғәт гимназия-интернаты, Иҡтисад лицей-интернаты, Компьютер лицей-интернаты, Өфө мәктәп-интернаты, Өфө мәктәп-интернаты №30, Стәрлетамаҡ лицей-интернаты №2, Әл‑ мөхәмәтов Ғ. исемендәге гимназия-интернат һ.б. эшләй. 

А.И.Ҡаһарманова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке