МӘҠСҮТОВ Руслан Әкрәм улы (21.2.1940, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Туймазы ҡсб., хәҙ. Туймазы ҡ., — 18.8.2000, Өфө), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). БДУ‑ла уҡыған (1960—63). 1963 й. алып “Октябрьский нефтяник” гәз. хеҙм‑ре, 1968 й. — Түб. Варта ҡ. ТВ студияһы мөхәррире, 1972 й. — Башҡ‑н профсоюздары өлкә советының Үҙешмәкәр сәнғәт йорто хеҙм‑ре (Өфө). “Нурым минең, һүнеп ҡуйма!” (“Не гасни, мой свет!”) исемле тәүге китабы 1965 й. сыға. Башҡортостан нефтселәренә арналған “Башҡаса булдыра алмайым” (“Иначе не могу”; 1973), “Таң артынан ҡыуыу” (“За рассветом в погоню”; 1987) романдары, “Мөхәббәтем минең, йәшел төҫ…” (“Любовь моя, цвет зелёный…”; 1985) повестар йыйынтығы авторы.

Ә ҫ ә р ҙ.: Лунная россыпь: повесть. Уфа, 1969; Касание земли: повести. Уфа, 1991.

Тәрж. Ф.С.Фазылова

Текст на русском языке