МӘҘХИӘ (ғәр.), о д а, тантаналы, патетик, данлап яҙылған шиғри жанр. Төп йөкмәткеһе — мөһим тарихи ваҡиғаларҙы йәки ниндәй ҙә булһа кешенең уңыштарын, дәрәжәләрен данлау. Башҡорт әҙәбиәтенд әкөнсығыш (мәҙхиә), европа (ода) һәм башҡорттарҙың үҙҙәренең (ҡобайыр) әҙәби традициялары контаминацияһынан торған үҙенсәлекле бер жанр. 19 б. М. көнсығыш әҙәбиәте традицияларында ижад ителә: Ә.Ҡарғалының “Йыһангир ханға”, Ш.Зәкиҙең “Алла ҡолдары — сафлыҡ эйәһе”, Ғ.Соҡоройҙоң “Мәдхе Өфөһ.б. әҫәрҙәр. 20 б. Европа одаһы үҙенсәлектәре өҫтөнлөк итә башлай: структураһы үҙгәрәәйеттәр урынына 4 юллыҡтар ҡулланыла башлай), тематикаһы киңәйә (Ватанға, тыуған ергә, йәмғиәт тормошо күренештәренә дан йырлау). Совет осоронда Советтар Союзы Коммунистар партияһына, В.И.Ленинға арналған одалар киң танылыу ала (Б.Бикбай, Ш.Бикҡол, Ғ.Й.Рамаҙанов һ.б.). М. жанры 20 б. 2се ярт. — 21 б. башы шиғриәтендә С.Әлибай (“Башҡортостанға ода”), Ҡ.Аралбай (“Сәңгелдәккә мәдхиә”), Т.Ғәниева (“Уралға мәдхиә”), Р.Й.Ғарипов (“Дан һиңә, дан, Башҡортостан”), Р.Шәкүр (“Исемдәргә мәдхиә”) ижадтарында урын ала. Әҙәбиәт ғилемендә ике термин да (мәҙхиә, ода) ҡулланыла.

Әҙәб.: Ҡ а с ҡ ы н о в а Г.Н. Хәҙерге башҡорт шиғриәтендә структур поэтика мәсьәләләре. Өфө, 2007. 

Р.Н.Байымов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке