МӘҘӘНИ‑ЯЛ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ, халыҡтың ялын тәьмин итә, үҙешмәкәр сәнғәт ижады өсөн шарттар булдыра. Башҡортостанда мәҙәни-ял эшмәкәрлеге м‑н М.‑я.у. киң тармаҡлы селтәре шөғөлләнә: ҡала, район мәҙәниәт йорттары һәм мәҙәниәт һарайҙары, ауыл клубтары һәм мәҙәниәт йорттары. Улар эргәһендә китапханалар, ҡыҙыҡһыныу буйынса клубтар, балалар техника һәм сәнғәт ижады түңәрәктәре, халыҡ театрҙары, оркестрҙар, үҙешмәкәр хорҙар, төрлө ансамблдәр, ш. иҫ. бейеү ансамблдәре, вокаль-инструменталь коллективтар, фольклор ансамблдәре, һ.б. эшләй. Башҡортостанда беренсе мәҙәни-ағартыу учреждениелары — уҡыу өйҙәре 19 б. аҙ. барлыҡҡа килә. Революциянан (1917) һуң М.‑я.у. пр‑тие проф. союздарының фабрика‑завод ком‑ттары, колхоздар, совхоздар тарафынан ойошторола. 1927 й. респ. 472, ш. иҫ. 70 ҡала, 402 ауыл, М.‑я.у. эшләй. Өфөлә 1933 й. тәүге “Ударник” клубы (ҡара: Калинин М.И. исемендәге мәҙәниәт йорто), 1936 й. Комаров В.М. исемендәге балалар ижады һарайы асыла. 40‑сы йй. М.‑я.у. күбәйә, респ. уларҙың һаны 3971 (105 ҡала, 3866 ауыл) етә. 50— 60‑сы йй. М.‑я.у. селтәре әүҙем үҫешә: район үҙәктәрендә һәм ҡалаларҙа — мәҙәниәт йорттары һәм һарайҙары, ауылдарҙа клубтар төҙөлә. Был осорҙа Гагарин Ю.А. исемендәге мәҙәниәт, фән һәм техника йорто, Орджоникидзе С. исемендәге мәҙәниәт һарайы, Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт һарайы; 70—80‑се йй. “УЗЭМИК”‑тың мәҙәниәт һәм техника һарайы, Инвалидтар ижады йорто, Химиктар мәҙәниәт һарайы һ.б. төҙөлә. 1970 й. респ. 3045 М.‑я.у. (174 ҡала, 2871 ауыл) эшләй. 80‑се йй. башында район үҙәктәренән алыҫ урынлашҡан торама пункттарҙы хеҙмәтләндереү өсөн күсмә клуб учреждениелары — автоклубтар барлыҡҡа килә; 1985 й. алып ҙур район мәҙәниәт һарайҙарының береһе — Бәләбәй үҙәк мәҙәниәт һарайы эшләй башлай. 1990 й. Башҡортостанда 2867 М.‑я.у. (144 ҡала, 2723 ауыл) була. 21 б. башында БР‑ҙа ижт.‑мәҙәни үҙәктәр (башлыса район үҙәктәрендә), халыҡ ижады, халыҡ (милли) мәҙәниәт үҙәктәре (ҡалаларҙа) булдырыу процесы башлана. Респ. 2006 й. — 2486, 2010 й. 2371 М.‑я.у. иҫәпләнә. М.‑я.у. өсөн кадрҙар Мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжында, Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһында әҙерләнә. М.‑я.у. эшмәкәрлеген Халыҡ ижады үҙәге, БР Профсоюздар Федерацияһы советы, Мәҙәниәт һәм ял үҙәге көйләй. 

Л.В.Гориченская

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке