МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ ЯЛ ҮҘӘГЕ. 1968 й. Башҡ‑н профсоюздары өлкә советының Үҙешмәкәр сәнғәт йорто булараҡ ойошторола, 1980 й. алып Союз-ара Үҙешмәкәр ижад йорто, 1989 й. — Респ. профсоюздарының М.һ.я.ү., 1990 й. ябыла. Профсоюздарҙың үҙешмәкәр сәнғәт ижадына ижади һәм методик яҡтан етәкселек итә, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарының студент клубтарына, ҡыҙыҡһыныу буйынса клубтарға ярҙам күрһәтә, мәҙәниял учреждениелары эшмәкәрлеген көйләй, үҙешмәкәр ижад фестивалдәре һәм конкурстарын ойоштора һ.б. Дир.: В.А.Творогова, Ф.Ф. Шәйхлисламов, Л.С.Дашкина, Г.Ш.Вәхитова, БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Р.Г.Йыһаншина. 

С.Д.Фазылова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке