МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ ЯЛ ПАРКЫ. Өфөлә урынлашҡан (Островский урамы, 21/1). Майҙаны — 4,7 га. 1950 й. баҡса итеп ойошторола, 1960‑сы йй. уртаһынан Дим районының М.һ.я.п. Иң тәүҙә баҡсала йәйге кинотеатр, бейеү майҙансығы, китапхана төҙөлә; арка рәүешендәге ҡапҡалар, турник, бәүелсәктәр, киоскылар, “Вихрь”, “Ромашка”, “Русские качели” аттракциондары ҡуйыла. 1959 й. тир төҙөлә, 8 скульптура, Островский, Ухтомский урамдары яғынан ҡойма ҡуйыла (1960); 1961 й. һыу үткәргес һалына, шахмат залы, спорт майҙансығы (2007), фонтан (2008) төҙөлә; 2009 й. үҙәк аллеяға плиталар йәйелә, сәхнә майҙансығына реконструкция үткәрелә; 2012 й. булған фигураларға ремонт эшләнә, балалар йәнһүрәттәренән алынған яҙыуҙар м‑н эскәмйәләр ҡуйыла; 2013 й. “Змей Горыныч” фигураһы урынлаштырыла. Парк терр‑яһы даими планировка м‑н айырыла; ултыртылған йәшел ағастар араһында ҡайын, энәлек, имән, шыршы, кедр, саған, йүкә, ҡарағас, ҡарағай, туя, муйыл, алмағас бар. Парк терр‑яһында бильярд уйнау урыны, балалар өсөн уйын ҡаласығы, “Йәйғор” һәм “Теремок” кафелары, компьютер залы эшләй; “Весёлые горки”, “Балалар тимер юлы”, “Квадроцикл”, “Колокольчик”, “Солнышко”, “Сталкивающиеся машины”, “Сюрприз”, “Юнга” аттракциондары, 4 төрлө батут ҡуйылған. Паркта даими рәүештә иҫтәлекле даталарға арналған ҙур мәҙәни саралар, ш. иҫ. “Еңеү көнө”, “Ҡышты оҙатыу”, “Балаларҙы яҡлау көнө”, “Йәштәр көнө”, “Ҡала көнө”, “Тимер юлсы көнө”, “Ололар көнө”, “Әкиәттә ҡунаҡта”, “Музыкаль кесаҙналар” кисәләре циклы, үткәрелә; аттарҙа йөрөү, ҡыш көнө конькиҙа һәм саңғыла шыуыу ойошторола. Парк эргәһендә “Берег”, “Наум”, “8‑е небо” рок‑группалары эшләй.

А.А.Грива

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке