МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ КОЛЛЕДЖЫ, 1933 й. Стәрлетамаҡҡ. сәйәси-ағартыу техникумы булараҡ асыла, 1947 й. алып Респ. мәҙәни-ағартыу мәктәбе, 1960 й. — Башҡн республика мәҙәни-ағартыу учщеһы, 1991 й. — Башҡн республика мәҙәниәт техникумы, 2012 й. — Башҡн республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы. Уҡытыу көндөҙгөһәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә соц.-мәҙәни эшмәкәрлек, халыҡ художество ижады, эстрада музыкаһы сәнғәте, актёрлыҡ сәнғәте, өҫтәмә белем биреү педагогикаһы һөнәрҙәре бса алып барыла. Китапханаһы, фонотекаһы, ижади оҫтаханалары, тренажёр залы, ятағы бар. 9 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2013), улар араһында Ф.М.Бүләков, В.Х.Илембәтов, С.Ғ.Иманғолов, Р.В.Исрафилов, Р.Ҡол-Дәүләт, Ф.Ғ.Ноғоманова, В.Т.Рәхимова, А.Б.Туҡтағолов, В.Ғ.Хәсәнова һ.б. Колледждың төп корпусы бинаһы (К.Маркс урамы, 150; 1910—26 йй. төҙөлгән) — архитектура ҡомартҡыһы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында унда РСФСР Һаулыҡһаҡлау ХКның 4660сы хәрби госпитале филиалы урынлашҡан. 

А.М.Моратов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке