МӘҘӘНИ МИРАҪ ОБЪЕКТТАРЫ, тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары, тарих, археология, архитектура, ҡала төҙөлөшө, һынлы сәнғәт, фән һәм техника, эстетика, этнология, антропология йәһәтенән ҡиммәтле һаналған һәм мәҙәниәттең барлыҡҡа килеүе, үҫеше т‑да мәғлүмәт сығанағы булған күсемһеҙ милек объекттары (ҡара: Тарихи сығанаҡтар). Бөтә М.м.о. дәүләт һаҡлауына алынған (ҡара: Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау). БР‑ҙа 5611 М.м.о. иҫәпләнә (2018), ш. иҫ. 1780 тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы (562 архитектура ҡомартҡыһы, ш. иҫ. 16 — федераль әһәмиәттәге, 545 — төбәк, 1 урындағы мәҙәниәт ҡомартҡыһы; 1218 архитектура ҡомартҡыһы), 3831 асыҡланған объект (1374 — архитектура, 2457 археология ҡомартҡыһы) дәүләт һаҡлауына ҡуйылған. М.м.о. археологик ҡомартҡылар; архитектура ҡомартҡылары; тарих ҡомартҡылары – тарихи ваҡиғаларға, йәмғиәт һәм дәүләт, фән һәм техника, халыҡтарҙың мәҙәниәте һәм көнкүреше үҫешенә, сәйәси, дәүләт һәм хәрби эшмәкәрҙәр, халыҡ батырҙары, фән, әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре тормошона бәйле урындар һәм объекттар (Ленин В.И. йорт-музейы, Егерме бишенсе уҡсылар дивизияһыныңАғиҙел й. кисеп сыҡҡан урыны, М.К.Любавский, А.Ҡ.Мөбәрәков, Г.Ғ.Сөләймәнова, Ш.Ә.Хоҙайбирҙин һ.б. ҡәбере, Б.Я.Нуриманов, А.Д.Цюрупа, Ф.И.Шаляпин һ.б. йәшәгән йорттар); тарих һәм архитектура ҡомартҡылары – бер үк ваҡытта архитектура ҡомартҡыһы һәм тарих ҡомартҡыһы булған объекттар (Аксаков халыҡ йорто, Дворяндар йыйылышы бинаһы, Тюлькин А.Э. йорт‑музейы һ.б.; ш. уҡ ҡара: Һынташтар, Кәшәнә); ҡала төҙөлөшөҡомартҡылары – элек төҙөлгән торама пункттарҙың планировкалы структураһы (урам селтәре һ.б.); тарихи урындарҙа күпләп урынлашҡан архитектур ансамблдәр һәм комплекстар; майҙандар, ағас ултыртылған урындар, баҡсалар һәм парктар (Аксаков С.Т. исемендәге баҡса); индустриаль мираҫ объекттары (Верхотор заводы, Воскресенка заводы); ҡалаларҙың тарихи үҙәктәре (Үрге сауҙа майҙаны ансамбле); монументаль сәнғәт ҡомартҡылары – архитектур йәки тәбиғи мөхит өсөн булдырылған, идея-образ йәһәтенән теүәл әҫәрҙәр (Дуҫлыҡ монументы, Салауат Юлаевҡаһәйкәлдәр), биналарҙы скульптуралар, рәсемдәр һ.б. м‑н биҙәү (ҡара: Витраж, Монументаль сәнғәт) инә.

Әҙәб.: Лебедев А.И. Проблемы охраны памятников истории, градостроительства и архитектуры в республике //Проблемы градостроительного развития Республики Башкортостан: сб. материалов научно‑практ. конф. Уфа, 1993; Обыдённов М.Ф. Историко-культурное наследие народов Башкортостана – объект археологии: вопросы сохранения и использования. Уфа, 2007.

А.И.Лебедев

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке