“МӘҒРИФӘТ” Б а ш ҡ о р т о с т а н р е с п у б л и к а м ә ғ а р и ф һ ә м м ә ҙ ә н и ә т х ә й  р и ә й ә м ә ғ ә т о й о ш м а һ ы, 1991 й. Өфөлә Бөтә Рәсәй мәғариф фондының Башҡ‑н республика бүлексәһе булараҡ ойошторола, 1999 й. алып Башҡ‑н республика ойошмаһы, 2004 й. эшмәкәрлеген туҡтата. “М.” эргәһендә — лицей, унда юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн әҙерлек курстары, туған тел һәм урыҫ теле, әҙәбиәт, математика һәм физика уҡытыусыларының квалификацияһын күтәреү курстары эшләй. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: күргәҙмә, семинарҙар һ.б. саралар ойоштороу һәм үткәреү; уҡытыу-методик, нәфис һәм белешмә әҙәбиәт нәшер итеү; уҡыусылар, студенттар һәм ғилми-ижади хеҙм‑рҙәр өсөн премиялар, стипендиялар булдырыу. “М”. тарафынан балалар һәм үҫмерҙәр өсөн башҡ., урыҫ һәм татар телдәрендә 20‑нән ашыу китап, уҡытыусылар өсөн уҡытыу-методик әсбаптар баҫтырыла, БР яҙыусыларынан Ә.Ҡ.Атнабаев, Й.Гәрәй, Ә.Еники, Н.Нәжми, И.Ғ.Юзиев, Н.Ғ.Юзиев, Я.Ялкайн ижадын белем биреүҙең төбәк компонентына индереү б‑са эш башҡарыла. Рәйесе — Р.Ҡ.Әмиров (1991 й. алып). 

Р.Ҡ.Әмиров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке