МӘҒАРИФТЫ ҮҪТЕРЕҮ ИНСТИТУТЫ, өҫтәмә һөнәри белем биреү учреждениеһы, өҙлөкһөҙ һөнәри-пед. белем биреү системаһының ғилми-методик үҙәге. 1920 й. Өфөлә уҡытыусылыҡ семинарҙары базаһында 3 йыллыҡ пед. курстар булараҡ асыла. 1925 й. пед. кадрҙарҙың квалификацияһын күтәреү кабинеттары асыла, 1933 й. улар Башҡ‑н халыҡ мәғарифы кадрҙарының квалификацияһын күтәреү ин‑ты итеп үҙгәртелә. 1938 й. алып Башҡ‑н уҡытыусыларҙы камиллаштырыу ин‑ты, 1992 й. — Башҡ‑н мәғариф хеҙм‑рҙәренең квалификацияһын күтәреү ин‑ты, 1996 й. — Башҡ‑н мәғарифты үҫтереү ин‑ты, 2010 й. — БР‑ҙың Мәғарифты үҫтереү ин‑ты. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: белем биреү, ғилми-методик, тикшеренеү, аттестациялау. Институтта белем биреү учреждениеларының пед. һәм етәксе хеҙм‑рҙәрен һөнәргә яңынан әҙерләү һәм квалификацияларын күтәреү курстары эшләй. Көндөҙгө, ситтән тороп, көндөҙгө-ситтән тороп уҡыу бүлектәре эшләй. Институт составында 14 кафедра, сит телдәр методик кабинеты, белем биреү сифатын мониторингылау, мәғлүмәт-техник, дистанциялы белем биреү, пед. кадрҙарҙы аттестациялау үҙәктәре һ.б., Белорет, Бөрө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡҡ. һәм Дыуан р‑нының Мәсәғүт а. мәғлүмәт-методик үҙәктәр бар. 116 уҡытыусының 9‑ы фән докторы һәм 63‑ө фән кандидаты (2013). М.ү.и. йыл һайын 150‑нән ашыу ғилми, ғилми-методик һәм уҡытыу-методик әҙәбиәт нәшер ителә, 14 меңдән ашыу пед. хеҙм‑р уҡытып сығарыла. Дир.: Ш.Ф.Вәхитов (1934 й. алып), Т.Т.Михайленко (1938 й. алып), М.К.Фазылов (1940 й. алып), Р.М.Чанышев (1941 й. алып), И.Ю.Чанышев (1952 й. алып), С.Ш.Йыһаншин (1963 й. алып), М.М.Ҡужаҡов (1965 й. алып), Р.М.Арыҫланов (1967 й. алып), С.Х. Әбделмәнов (1970 й. алып), Р.Ғ.Ғилманов (1979 й. тиклем), Р.Ф.Абдуллин (1979 й. алып); ректорҙары: Р.В.Әлмөхәмәтов (1989 й. алып), Ф.Ә.Ғайсин (1996 й. алып), З.Я.Шәрипова (1997 й. алып), Ф.Х.Ҡыҙрасов (1998 й. алып), С.И.Ғәләүетдинова (2000 й. алып), Ф.Т.Күзбәков (2005 й. алып), Р.Р.Ишмөхәмәтов (2009 й. алып), Р.Ғ.Мәзитов (2010 й. алып). 

 

Р.Ғәзитов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке