МӘҒАРИФ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ ЙОРТО, халыҡ мәғарифы системаһы хеҙм‑рҙәре өсөн мәҙәни-ағартыу учреждениелары. 1921 й. РСФСР ХКС‑ы тарафынан ойошторола, 1934— 56 йй. Уҡытыусы йорто тип йөрөтөлә. Башҡортостанда М.х.й. Өфө, Белорет, Бөрө, Стәрлетамаҡ, Дүртөйлө ҡҡ. эшләгән. М.х.й. респ. халыҡ мәғарифы органдары һәм РСФСР халыҡ мәғарифы хеҙм‑рҙәре профсоюздары ком‑ты ҡарамағында була. М.х.й. уҡытыусыларға һөнәри белемен күтәреүҙә, ғилми белемен арттырыуҙа, пед. оҫталығын камиллаштырыуҙа, ялын ойоштороуҙа ярҙам иткән. М.х.й. эргәһендә мәҙәниәт, пед. һәм хоҡуҡи белем б‑са халыҡ ун‑ттары булдырылған; теоретик һәм ғилми-ғәмәли конференциялар, пед. уҡыуҙар, лекциялар, диспуттар, ял кисәләре үткәрелгән; китапханалар, спорт секциялары, түңәрәктәр, художестволы үҙешмәкәр коллективтар, йәш уҡытыусы, пед. хеҙмәт ветерандары, ҡыҙыҡһыныу б‑са клубтар һ.б. эшләгән. 90‑сы йй. башында М.х.й. ябыла. 

Әҙәб.: Ф и л и м о н о в М.А. Эта наша с тобой биография: очерки истории профсоюзной организации работников народного образования и науки Республики Башкортостан. Уфа, 1999. 

М.А.Филимонов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке