МЕШКОВ Леонид Александрович (30.5.1948, Өфө — 31.3.2016, ш. уҡ), кинооператор. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1995). Кинематографсылар союзы ағзаһы (1987). Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография ин‑тын тамамлаған (1992; С.Е.Медынский оҫтаханаһы). 1969—2015 йй. “Башҡортостан” ТРК‑һы операторы. 170‑тән ашыу документаль фильм төшөргән: “Мәләүез атлылары” (“Мелеузовские конники”; 1980; Бөтә Союз документаль фильмдар фестивале лауреаты, Баҡы, 1981), “Ҡурай‑бейеү” [“Курай‑танец”; 2004; “Аҡыл. ХХI быуат” (“Разум. XXI век”) Халыҡ‑ара фестивале лауреаты, Томск ҡ., 2005], “Еҙем әбейҙәре” [“Зилимские бабушки”; 2006; Халыҡ‑ара Сычуань документаль фильмдар фестивале, Чэнду ҡ. (Ҡытай); Халыҡ‑ара телевизион документаль кино фестивалдәре лауреаты, Вроцлав (Польша), Прага, Ханты‑Манси ҡҡ.; бөтәһе лә — 2007] һ.б.; “Кинйәабыҙ” (“Кинзя‑абыз”; 2007) нәфис фильмы. “Дуҫлыҡ, Дружба, Фройндшафт” (1984), “Нефтекама” (“Нефтекамск”; 1986), “Башҡортостан курорттары” (“Курорты Башкортостана”; 1990), “Арҡайым” (“Аркаим”; 1991), “Башҡорт балеты Америкала” (“Башкирский балет в Америке”; 1996) һ.б. документаль фильмдарҙың режиссёр‑операторы. “ТЭФИ‑Регион” Бөтә Рәсәй телевизон пр. лауреаты (Мәскәү, 2007).

Г.Ю.Солтанбаева

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.