МЕХАНИКА-ТЕХНОЛОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1936 й. Башҡ. механика техникумы базаһында Башҡ. он етештереү сәнәғәте техникумы булараҡ асыла. 1943 й. алып Башҡ. аҙыҡ-түлек сәнәғәте техникумы, 1959 й. — Өфө аҙыҡ-түлек сәнәғәте технология техникумы, 1986 й. — механика‑технология техникумы (1992 й. алып колледж), 2014 й. башлап — тармаҡ‑ара технологиялар колледжы. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә сәнәғәт ҡорамалдарын монтажлау һәм техник файҙаланыу, электр һәм электр‑механик ҡоролмаларҙы техник файҙаланыу һәм хеҙмәтләндереү, йәмәғәт туҡланыуы продукцияһы технологияһы, икмәк, кондитер һәм макарон изделиелары технологияһы, һөт һәм һөт ризыҡтары технологияһы һ.б. һөнәрҙәр б‑са алып барыла. Китапханаһы, 4 компьютер класы, ғәмәли квалификацияларҙың күп функциялы үҙәге, дөйөм ятағы, уҡыу-производство икмәкханаһы, тамаша, спорт, тренажёр һәм уҡыу залдары, мед. пункты бар. 23 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2015), улар араһында М.А.Чудов

Е.Р.Верещагина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке