МЕТАЛДАРҘЫҢ ҮТӘ ҺЫҒЫЛМАЛЫЛЫҒЫ ПРОБЛЕМАЛАРЫ ИНСТИТУТЫ, РФА учреждениеһы, 1985 й. Өфөлә “Тантал” махсус конструкторлыҡ-технология бюроһы һәм ӨАИ‑ның дөйөм технология һәм металдар ғилеме каф. базаһында СССР ФА‑ның (1991 й. алып РФА) М.ү.һ.п.и. булараҡ ойошторола, 2007 й. хәҙ. исемен ала. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: материалдарҙы өйрәнеү ғилеме, конденсирланған хәл физикаһы һәм деформацияланыусы ҡаты есем механикаһы өлкәләрендә тикшеренеүҙәр; конструкция материалдары; күләмле ультраваҡ бөртөклө һәм наноструктур материалдар алыу ысулдары һәм технологиялары; сәнәғәт иретмәләренән, интерметаллидтарҙан һәм керамикаларҙан, үтә һығылмалылыҡ эффектын ҡулланып, изделиелар эшләүҙең ресурстарҙы һаҡлаусы технологияларын уйлап табыу һәм файҙаланыуға индереү; микроструктураны ваҡлар өсөн металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү; бәләкәй сериялы һәм тәж. партиялары етештереү һ.б. Институт составына тәжрибә производствоһы, 7 лаб., инновациялар үҙәге инә. “Наноматериалдар һәм үтә һығылмалылыҡ” (ӨДАТУ м‑н берлектә), “Кристаллы материалдар физикаһы һәм технологияһы” (БДУ м‑н берлектә) һ.б. ведомство-ара ғилми-уҡытыу үҙәктәре бар. 81 ғилми хеҙм‑р араһында 15 фән д‑ры һәм 35 фән канд. (2014). 6 һөнәр б‑са аспирантура, докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертациялары яҡлау советы эшләй. Институт ғалимдары тарафынан үҙәккә симметриялы изделиеларҙы изотермик йәйеү һәм ротациялы һуҙыу; эске яныулы двигателдәр өсөн поршендәр штамплау; күп ҡатлы, ҡыуыш эсле конструкцияларҙы, автомобиль тәгәрмәстәре дискыларын, үтә һығылмалы ҡалыплау һәм баҫым аҫтында иретеп йәбештереү ысулы м‑н шар һымаҡ һауыттарҙы һ.б. яһау технологиялары эшләнгән; металл һәм иретмәләрҙең үтә һығылмалы ағымында деформацияланыу механизмдары өйрәнелгән; Халыҡ-ара фәнни- техник үҙәк м‑н берлектә 20‑гә яҡын проект һ.б. эшләнгән. Асыштар Белорет металлургия комбинатында, Гидравлика” Өфө агрегат пр‑тиеһында, Күмертау авиация производство предприятиеһында, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә һ.б. индерелгән. 20‑нән ашыу монография нәшер ителгән, 200‑ҙән ашыу уйлап табыуға авторлыҡ танытмаһы һәм патент алынған. РФ, Австрия, АҠШ, Германия, Италия, Канада, Польша, Сингапур, Һиндостан, Япония ҒТИ‑лары, үҙәктәре, юғары уҡыу йорттары, пр‑тиелары м‑н хеҙмәттәшлек итә. “Письма о материалах” (“Материалдар тураһында яҙмалар”) ж. нәшер итә. Дир.: О.Ә.Ҡайбышев (1985 й. алып), Н.П.Барыкин (вазифа башҡарыусы; 2005 й. алып), Р.Р.Мөлөков (2006 й. алып). Р

Р.Р.Мөлөков

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.