МӘСӘҒҮТ ЛИЦЕЙЫ, Дыуан р‑нында урынлашҡан. 1875 й. 1 класлы ир балалар уч‑щеһы булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1931 й. — 7 йыллыҡ, 1939 й. — урта мәктәп (1990 й. — 1‑се мәктәп), 1999 й. — хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Арый, Иҫке Хәлил, Яңы Хәлил аа. филиалдары эшләй. Китапханаһы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, уҡыу оҫтаханаһы, мәктәп яны участкаһы, авто‑ һәм а.х. машиналары бар. Уҡыу йортон 6,7 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2013), тамамлаусылар араһында Н.Н.Филиппов. Мәктәп терр‑яһында — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға стела (1985), бинаһына Чечнялағы хәрби хәрәкәт ваҡытында һәләк булған мәктәпте тамамлаусы М.Ш.Зөлҡәрнәевкә мемориаль таҡтаташ (2007) ҡуйылған. 

А.Л.Неустроев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке