МЕОС (Суровцева) Валентина Фёдоровна [5.7.1913, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Иглин а. (БР‑ҙың Иглин р‑ны) — 29.10.2006, Өфө], рәссам. “Союзоргучёт” Бөтә Союз берекмәһе курстарын тамамлаған (Силәбе ҡ., 1940). 1937—55 йй. Омск, Силәбе, Черниковск (хәҙ. Өфө эсендә) ҡҡ. төрлө учреждениеларында бухгалтер булып эшләй. “Бер ҡатлы” сәнғәт вәкиле. М. үҙенсәлекле ижады образ төҙөлөшөнөң тулы һәм ябай булыуы м‑н айырылып тора. 80‑дән ашыу эш, ш. иҫ. “Сәскәләр” (1974), “Әфлисун” (1975), “Ваза эсендәге ваза” (1976) натюрморттары; “Тәүге ҡар” (1974), “Алыҫтағы ҡала”, “Ҡышҡы эңер”, “Еңеү паркы” (бөтәһе лә — 1975) лирик пейзаждары; “Завод” (1974), “Завод мотивы” (1975) индустриаль пейзаждары авторы. Шулай уҡ портрет жанрында эшләй. 1974 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1993, 1998, 2003, 2008, 2014). Эштәре БДХМ‑да һаҡлана. Респ. үҙешмәкәр ижад (1984), үҙешмәкәр рәссамдар һәм биҙәү- ҡулланма сәнғәте оҫталары (1987) күргәҙмәләре лауреаты; Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт ижады смотры дипломанты (1985; бөтәһе лә — Өфө).

Әҙәб.: В.Ф.Суровцева-Меос. Самобытное творчество=V.F.Surovtseva-Meos. Original creative work. Уфа, 1998. 

В.Э.Меос

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.