МЕМУАРҘАР (фр. мemoires — хәтирәләр), автор үҙе ҡатнашҡан йәки шаһит булған реаль хәл-ваҡиғалар т‑да хикәйәләү. М. авторҙың тәьҫораттарына һәм хәтирәләренә, ш. уҡ төрлө яҙма сығанаҡтарға (көндәлектәр, хаттар) нигеҙләнә, автор үҙе йәки уның ҡарашы алғы планға сыға. М. йөкмәткеле булыуы авторҙың шәхесенә һәм һәләтенә, уның фекер тәрәнлегенә бәйле, ш. уҡ тергеҙелгән шәхестәрҙең һәм хәл‑ваҡиғаларҙың әһәмиәтенә ҡайтып ҡала. М. төрҙәре — автобиография, юлъяҙмалар, әҙәби портрет. Башҡорт әҙәбиәтендә М. иң тәүге өлгөләре — сәйәхәтнамәләр. Башҡ. шәжәрәләрендә М. элементтары бар. М.И.Өмөтбаев — замандаштары, Мәскәүгә, С.‑Петербургҡа, Ҡырымға барыуы т‑да, Р.Ф.Фәхретдинов Аҡмулла, башҡ. дин әһелдәре т‑да иҫтәлектәр яҙып ҡалдырған (улар Ғилми архивта һаҡлана). Татар мәғрифәтсеһе Ҡ.Насыри т‑дағы хәтирәләрҙе Ғ.М.Кейеков яҙған (1913). 20 б. 2‑се ярт. С.Ҡудаштың “Хәтерҙә ҡалған минуттар” (1957), “Йәшлек эҙҙәре буйлап” (1964), С.Кулибайҙың “Төрлө һуҡмаҡтар” (1963), М.Кәримдең “Ғүмер миҙгелдәре” (1992) китаптары баҫылып сыға. Башҡ. яҙыусылары, сәнғәт эшмәкәрҙәре т‑да замандаштарының хәтирәләре донъя күрә. “Һуғыш үтте, һағыш ҡалды=Война прошла, осталась боль” (2000) китабына Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡ. яҙыусыларының иҫтәлектәре ингән. М. тарихи сығанаҡ булғанлыҡтан, уларҙа сәйәси һәм хәрби ваҡиғалар, йәмғиәттең мәҙәни тормошо, көнкүреше һәм әхлаҡ мәсьәләләре һ.б. сағыла. 19 б. 1‑се ярт. Башҡортостан тарихы б‑са Башҡорт ғәскәре, идара итеүҙең кантон системаһы осорон йәнле итеп һүрәтләгән зауряд-хорунжий Усман Ишмөхәмәтовтың иҫтәлектәре мөһим сығанаҡ була ала (19 б.; ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында һаҡлана). Э.С. Кадомцевтың (ҡара: Кадомцевтар) “Йәшлек тураһында иҫтәлектәр” (“Воспоминания о молодости”; 1937), Ш.Ә. Хоҙайбирҙиндың “Революция елдәрендә: публицистика, иҫтәлектәр, художестволы әҫәрҙәр” (“На ветрах революции: публицистика, воспоминания, художественные произведения”; 1986) һ.б. китаптарында крайҙағы революцион хәрәкәт һәм революция (1917) т‑да бәйән ителә. 1930 йй. Испарттың Башҡ‑н бүлексәһе Граждандар һуғышы ваҡиғаларына арналған М. баҫтыра: “Башҡортостанда Граждандар һуғышы: һуғышта ҡатнашыусыларҙың хәтирәләре” (“Гражданская война в Башкирии: воспоминания участников”; 1932), “1918 йылда Башҡортостанда кулак ихтилалдары: хәтирәләр” (“Кулацкие восстания в Башкирии в 1918 году: воспоминания”; 1933). Башҡорт милли хәрәкәтенең тарихы һәм Башҡортостан дәүләтселегенең барлыҡҡа килеүе Ә.Ә.Вәлидовтың “Хәтирәләр” (2 китапта, 1994—98) китабында сағыла. М.Ғ.Гәрәевтең “Штурмовиктәр һөжүмгә бара” (“Штурмовики идут на цель”; 1972; башҡортса 1981), Ҡ.Ҡ.Латиповтың “Ҡанатлы баһадирҙар: штурм авиаполкы хроникаһы” (“Витязи крылатые: хроника штурмового авиаполка”; 1995), Д.Б.Мурзиндың “Дошман тылындағы фронт” (“Фронт в тылу врага”; 2005) һ.б. китаптарында Б.В. һуғышы осорондағы ваҡиғалар яҡтыртыла. Дәүләт эшмәкәрҙәре З.Ш.Аҡназаровтың “Ваҡыт. Кешеләр. Фекерҙәр” (“Время. Люди. Мысли”; 1995), З.Н.Нуриевтың “Ауылдан Кремлгә тиклем: хәтирәләр һәм уйланыуҙар” (“От аула до Кремля: воспоминания и размышления”; 2000) китаптарында совет осоронда респ. үҫеш үҙенсәлектәре һүрәтләнә.

 М.С.Ғарипов, М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке