МЕЛЯКОВА Татьяна Викторовна (18.3.1955, Новокузнецк ҡ.) архитектор. БР‑ҙың атҡ. архитекторы (2004). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1987). Свердловск архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (1978) 1981 й. алып “Башкиргражданпроект” ин‑тында эшләй: архитектор, өлкән һәм 1987 й. — төп архитектор, 1989—90 йй. төркөм етәксеһе, 1994—97 йй. генплан оҫтаханаһының баш белгес‑архитекторы, 1991 й. алып “Архпроект” ЯАЙ проекттарының төп, 1993 й. — баш архитекторы, 1998 й. — БР Архитекторҙар союзының архитектура оҫтаханаһы нач., 2008 й.— “Генпроект” ЯАЙ проекттарының баш архитекторы; бер үк ваҡытта 2002—14 йй. ӨДНТУ‑ла уҡыта. 30‑ҙан ашыу ҡала төҙөлөшө һәм архитектура проекттары: Белорет, Бөрө (икеһе лә — 1995), Ағиҙел (2006) ҡҡ. һ.б. ген. пландары; Нефтекама (1982), Сибай (1986), Өфө ҡҡ. [Салауат Юлаев проспектына (1995), Затон-Көнсығыш (1986—96) торлаҡ районына сиктәш терр‑яны, Чесноковка а. (1994) һәм Йүрүҙән микрорайонын (2007, икеһе лә — Киров р‑ны; бөтәһе лә — авторҙаш) деталләп планлаштырыу проекттары, Ногарёв А. йорттарына реставрация һәм реконструкция яһау (2001) проекттары] планлаштырыу эштәре авторы.

Әҙәб.: Д о н г у з о в К.А. Союз архитекторов Республики Башкортостан: традиции и современность. Уфа, 1998. 

Б.Ф.Любимов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.