МЕЛЬНИЧЕНКО Павел Романович (26.8.1947, Өфө — 15.12.1996, шунда уҡ), реж., педагог. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1987). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1975; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы) шунда уҡ уҡыта, бер үк ваҡытта 1979 й. алып Башҡ. ҡурсаҡ театры реж., 1983— 89 йй. баш режиссёры. Ижади процеста әҙәби әҫәрҙәрҙе ентекләп өйрәнеүгә, романтик юғарылыҡ атмосфераһын тыуҙырыуға, актёрҙар м‑н эшләгәндә импровизация сәнғәтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Ҡурсаҡ театры сәхнәһендә М.Кәримдең “Әтәс тирмәне” (“Петушиная мельница”, дебют, 1980), Ғ.Ғ.Шафиҡовтың “Сихырланған аттың күле” (“Озеро заколдованного коня”), Т.Ғ.Миңнуллиндың “Әлдермештән Әлмәндәр”, С.Неристың “Эгле — туҙбаш йыландар батшабикәһе” (“Эгле — королева ужей”) поэма-әкиәте б‑са В.Г. Миодушевскийҙың ш. уҡ исемле әҫәре, Аристофандың “Лисистрата” спектаклдәрен ҡуя. “Рамаяна” поэмаһы б‑са Н.Р.Гусева һәм С.И.Потабенконың “Һинд легендаһы” (“Индийская легенда”), В.М.Штейн м‑н берлектә ҡуйылған М.Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!” һәм “Диктаторға ат бирегеҙ!”, УНИМА халыҡ-ара ҡурсаҡ театрҙары ассоциацияһы (Печ ҡ., Венгрия; 1982) дипломына лайыҡ булған М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы б‑са Баранов инсценировкаһындағы “Ғәлимә” спектаклдәре үҙенсәлекле сәхнә интерпретацияһы м‑н айырылып тора. Милли Йәштәр театрында С.Л. Прокофьева м‑н Г.В.Сапгирҙың “Итекле бесәй” (“Кот в сапогах”) спектаклен ҡуя (1992). Уҡыусылары араһында В.Н.Епифанов, В.Латипов‑Догадов, Т.В.Макрушина, И.Ш.Сәйетов, БР‑ҙың атҡ. артисы А.Н.Йыһаншин.

Әҙәб.: М а р т ы н о в а К. Когда идёт дождь… Уфа, 1995. 

Т.Н.Хәйбуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.