МЕДИЦИНА УЧИЛИЩЕҺЫ №2, Өфөлә урынлашҡан. 1952 й. Черниковск ҡ. шәфҡәт туташтары мәктәбе булараҡ асыла, 1954 й. алып мед. уч‑щеһы (1956 й. башлап 2‑се һанлы). 2005 й. уҡыу йорто Башҡ. медицина колледжы составына инә. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә акушерлыҡ эше (1976 й. тиклем), шәфҡәт туташы эше, фармация, фельдшерлыҡ эше (1978 й. тиклем) һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Китапханаһы, тамаша һәм спорт залдары, компьютер класы, уҡыу оҫтаханаһы була. 9 меңгә яҡын белгес әҙерләнгән (2005), улар араһында Н.А.Арефьева.

Р.Б.Шәйхуллина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке