МЕДИЦИНА УНИВЕРСИТЕТЫ, 1932 й. Өфөлә БДМИ (1933 й. алып ВЛКСМ‑дың 15 йыллығы ис. йөрөтә) булараҡ асыла, 1995 й. Башҡ. дәүләт мед. ун‑ты, алып 2012 й. башлап РФ‑тың һаҡлау министрлығына ҡарай. Составында 6 ф‑т (дауалау, педиатрия, стоматология, фармацевтика, дауалау һәм соц. эш бүлеге м‑н шәфҡәт туташы эше, микробиология бүлеге м‑н мед.-профилактика), дипломдан һуң белем биреү ин‑ты (1997 й. асылған), медицина колледжы, волонтёрлыҡ үҙәге (2008) бар. Университет базаһында Тергеҙеүсе мед. һәм курортология, онкология ҒТИ‑лары, Үҙәк ғилми-тикшеренеү лаб., күп профилле клиника, стоматология поликлиникаһы эшләй. Китапханаһы, 2 музейы (БДМУ тарихы һәм кеше анатомияһы каф.), нәшриәт бүлеге, спорт-һауыҡтырыу үҙәге, санаторий- профилакторий бар. Уҡытыу көндөҙгө һәм көндөҙгө-ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 8 һөнәр б‑са алып барыла, 38 һөнәр б‑са интернатура, ординатура, докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертацияларын яҡлау советтары (2) эшләй. Уҡытыусылар араһында 1 Рәсәй Медицина ФА мөхбир ағзаһы, БР ФА‑ның 3 акад. һәм 4 мөхбир ағзаһы, 242 фән д‑ры һәм 591 фән канд. (2013). 2007—13 йй. ун‑т хеҙм‑рҙәре 680 уйлап табыуҙы патентлаған. 36 меңгә яҡын белгес әҙерләнгән (2013). БДМУ Австрия, Германия, Ҡытай, Норвегия, Польша, Төркиә, Франция, Һиндостан һ.б. илдәрҙең ун‑ттары, ғилми-тикшеренеү һәм проф. ойошмалары м‑н хеҙмәттәшлек итә. 2007—13 йй. 700‑ҙән ашыу монография, дәреслек, уҡыу әсбабы һ.б. нәшер ителгән. “Медицинский вестник Башкортостана” (“Башҡортостандың медицина хәбәрҙәре”), “Креативная хирургия и онкология” (“Креатив хирургия һәм онкология”) фәнни-ғәмәли ж., “Медик” гәз. сығарыла. Дир.: С.М.Трайнин (1932 й. алып), А.В.Чубуков (1937 й. алып), Г.А.Пандиков (1940 й. алып), А.А.Иванов (1947 й. алып); ректорҙары: Н.Ф.Воробьёв (1951 й. алып), З.А.Ихсанов (1965 й. алып), Ю.А.Лоцманов (1973 й. алып), В.Ғ.Сәхәүетдинов (1982 й. алып), Ф.Х.Камилов (1988 й. алып), В.М.Тимербулатов (1994 й. алып), В.Н.Павлов (2011 й. алып). БДМУ‑ның 2‑се корпусы (ҡара: Өфө ир балалар гимназияһы) — тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы; Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында унда эвакуацияланған Ленин орденлы Беренсе Мәскәү мед. ин‑ты урынлашҡан.

Әҙәб.: С а ф и н М.С. Башкирский государственный медицинский институт имени XV‑летия ВЛКСМ. Уфа, 1978; Башкирский государственный медицинский университет. Уфа, 2012; С а х а у т д и н о в В.Г. Башкирский государственный медицинский университет. Как всё начиналось. Уфа, 2013.

В.Н.Павлов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке