МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ, 1908 й. Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар акушер-фельдшерлыҡ мәктәбе булараҡ асыла. 1926 й. фарм. мәктәбе м‑н берләшкәндән һуң, Н.Нариманов ис. Баш‑н мед. техникумы, 1954 й. алып 1‑се Өфө мед. уч‑щеһы, 1992 й. — Башҡ. М.к. 2014 й. башлап Өфө медицина колледжы. 1934 й. шәфҡәт туташы һәм фельдшерлыҡ бүлексәләре Бөрө ҡ. күсерелә (ҡара: Бөрө медицина колледжы). 2005 й. уҡыу йорто составына Медицина училищеһы №2 инә. Уҡытыу көндөҙгө һәм көндөҙгө-ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә акушерлыҡ эше, лаб. диагностика, дауалау эше, мед.-профилактика эше, мед. массажы, шәфҡәт туташы эше, фармация һөнәрҙәре б‑са алып барыла. 2 дөйөм ятағы, тамаша, спорт һәм тренажёр залдары бар. Уҡыу йорто м‑н А.И.Подбельский һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 30 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2013), улар араһында М.М.Ғатауллин, Р.Г.Ғәлиев, Р.Ф.Ғәтиәтуллин, З.Ш.Заһиҙуллин.

Р.Әәзипов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке