МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ, 1934 й. өлкә теш дауалау мәктәбе булараҡ асыла. 1954 й. алып Өфө респ. мед. уч‑щеһы, 1991 й. — БДМИ эргәһендәге мед. уч‑щеһы, 1994 й. хәҙ. статусын ала, 2000 й. башлап Өфө мед. колледжы, 2011 й. — М.к. исеме м‑н БДМУ составында. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә ортопедик стоматология, шәфҡәт туташы эше һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Китапханаһы, уҡыу, тренажёр залдары, компьютер кластары, методика, клиникаға тиклемге әҙерлек кабинеттары, теш технигы лаб. бар. 12 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2013), улар араһында Г.Ғ.Минһажев.

З.М.Әхмәтов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке