МАТЮШИН Сергей Иванович (14.9.1943, Коми АССР‑ы Весляна ст. — 10.11.2012, Салауат ҡ.), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1983). Калинин мед. ин‑тын (1968), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын (Мәскәү, 1981) тамамлаған. 1968 й. алып Салауатта стоматология поликлиникаһында эшләй, 1999—2001 йй. Мәскәүҙә “Тридент” клиникаһында табип. “Муйыллы үҙән” (“Черёмуховая долина”) исемле тәүге китабы 1981 й. сыға. “Елле көн” (“Ветреный день”; 1983), “Прототип” (1985), “Бәләкәй, боронғо, күлле” (“Маленький, старинный, озёрный”; 1987) һ.б. хикәйәләр йыйынтығы авторы. Д.Юлтыйҙың “Әлимә, йәки Мырҙаш ҡарттың өйләнеүе” (1988) исемле әҫәрҙәр йыйынтығын урыҫ теленә тәржемә итә. С.Злобин ис. пр. лауреаты (2012).

Ә ҫ ә р ҙ.: Белый вальс: рассказы. М., 1985; Плохая музыка (Добрая Весть). Уфа, 2005. 

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.