МАТРОСОВ А.М. ИСЕМЕНДӘГЕ КИНОТЕАТР. Матросов А.М. ис. балалар к/т 1943—2001 йй. эшләй (Өфө). 170 урынлыҡ тамаша залы, киноаппарат бүлмәһе, кафеһы була. Кинотеатрҙа кинолекторийҙар, кинодәрестәр, “Һаумы, мәктәп!” (“Здравствуй, школа!”), “Әкиәт” (“Сказка”), “Ура! Беҙҙә каникулдар!” (“Ура! У нас каникулы!”) фестивалдәре, тематик һәм ретроспектив фильмдар күрһәтеү уҙғарылған. Хәҙ. к/т бинаһында “Браво” бейеү театры урынлашҡан. Бина 20‑се б. башы архитектура ҡомартҡыһы булып тора.

Н.Н.Дьяконова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке