МАТЕМАТИКА ИНСТИТУТЫ, Р Ф А Ө ф ө Ф Ү ‑ н е ң х и с а п л а у ү ҙ ә г е м е н ә н М а т е м а т и к а и н с т и т у т ы, Өфөлә 1988 й. СССР ФА БФ‑тың Физика һәм математика бүлегенең (1971 й. нигеҙләнгән) матем. бүлексәләре базаһында ойошторола. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: комплекслы үҙгәреүсәндәр функциялары теорияһы, дифференциаль тигеҙләмәләрҙе сисеүҙең асимптотик үҙенсәлектәре, математик физиканың һыҙыҡлы булмаған тигеҙләмәләре, хисаплау математикаһы. Ин‑т составында 5 бүлек, хисаплау үҙәге һәм ғилми‑уҡыу комплексы. 31 ғилми хеҙм‑р араһында 1 РФА‑ның мөхбир ағзаһы, БР ФА‑ның 1 акад., 2 мөхбир ағзаһы, 19 фән д‑ры һәм 11 фән канд. (2014). 2 һөнәр б‑са аспирантура һәм докторантура, докторлыҡ һәм кандидатлыҡ дисс. яҡлау советы эшләй. Ин‑т ғалимдары тарафынан функцияларҙы экспоненталар рәте м‑н күҙ алдына баҫтырыу теорияһы эшләнә, күп үлсәмле киңлектәрҙә төрөлөү операторҙары һәм уның төп мәсьәләләрен сисеү теорияһы үҫтерелә, бәләкәй параметрлы дифференциаль тигеҙләмәләрҙең киң кластары өсөн асимптотик тарҡатыу алымы эшләнә һәм нигеҙләнә, Шрёдингер, Кортевег де Фриз, Максвелл—Плох һ.б. тигеҙләмәләрен сисеү ваҡытының ҙур ҡиммәттәре шарттарында асимптотика төҙөлә, Пенлеве тигеҙләмәләренең асимптотик сиселештәренең айырым нөктәләрҙәге бәйләнешенең айырым‑асыҡ формулалары табыла, һыҙыҡлы булмаған тигеҙләмәләрҙең интеграцияланыуының һөҙөмтәле критерийҙары алына һәм уларға классификация яһала һ.б. Институт РФ, Бөйөк Британия, Германия, Испания, Италия, Ҡаҙағстан, Украина, Үзбәкстан, Франция, Чехия ҒТИ‑лары һәм юғары уҡыу йорттары м‑н хеҙмәттәшлек итә. “Уфимский математический журнал” (“Өфө математика журналы”) ж. нәшер ителә. Директорҙары: В.В.Напалков (1988 й. алып), И.Х.Мусин (2015 й. алып вазифа башҡарыусы). 

В.В.Напалков

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.