МАТВЕЕВА Людмила Михайловна (1.2.1957, Өфө), спортсы. Соц. ф. канд. (2004), проф. (2009). Еңел атлетика б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1985), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2005). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1998), РФ һәм БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (икеһе лә — 2006), РФ‑тың физик культура һәм спорт отличнигы (2003). БДПИ‑ны тамамлаған (1993). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Г.И.Алексеев, Г.А.Ушков, С.А.Федосеева). Шоссела йүгереү (1986, 1988) һәм кросс (1988) б‑са донъя чемп., кросс б‑са Европа кубогын яулаусы (1993), шоссела йүгереүҙә донъя чемпионаттарының (1985, 1987, 1990) һәм эстафетала Донъя кубогының көмөш призёры (1986), шоссела йүгереүҙә донъя чемпионатының (1991) бронза призёры, хәрбиҙәр араһында кросс б‑са команда зачётында донъя чемп. (1993); 10000 м йүгереүҙә СССР чемп. (1988, 1990), кросста СССР кубогын яулаусы (1984), 5000 м йүгереүҙә “Бер туған Знаменскийҙар мемориалы” (1986, 1992) халыҡ‑ара ярышта еңеүсе. Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1988, 1992). CCCР (1984 й. алып), БДБ (1992), Рәсәй (1993) йыйылма командалары ағзаһы. 1994 й. алып БДПУ‑ла уҡыта, 2000 й. — Башҡ‑н физик культура ин‑тының тренер‑уҡытыу ф‑ты деканы, 2013 й. башлап БДПУ‑ның спорт дисциплиналары каф. мөдире. 

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Текст на русском языке