МАТВЕЕВ Владимир Николаевич (1842—1919, Өфө), педагог. Действительный статский советник (1883). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1865) Ҡазан, Ырымбур, Уральск ҡҡ. уҡыу йорттарында эшләй. 1879— 1919 йй. Өфө ир балалар гимназияһы директоры. Уның етәкс. гимназияла уҡытыуҙы дифференциациялау индерелә, гимназистарҙы дәртләндереү системаһы һ.б. эшләнә. Өфө ярлылар попечителлеге ком‑ты ағзаһы (1883 й. алып), императрица Мария Александровнаның һуҡырҙар попечителлегенең Өфө бүлексәһе советы вице-рәйесе, рәйесе (1897 й. алып) һ.б. 1‑се дәрәжә Изге Владимир (1878), 1‑се дәрәжә Изге Анна (1883), 1‑се дәрәжә Изге Станислав (1889) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: А х м е р о в а Ф.Д. Ты сам свой высший суд: какой оставишь след ты на земле?: краевед. сб. Уфа, 1999. 

 В.Н.Буравцов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.