АНДРЕЕВ Иван (суҡынғанға тиклем Баҡай; ? — 21.2.1791, Өфө), Өфө провинцияһының яңы суҡындырылғандарынан (дәүләт крәҫтиәндәренән һәм типтәрҙәрҙән) Уложенный комиссия депутаты. Суҡындырылған татарҙарҙан. 1767 й. Өфө провинцияһы Түбәләс а., 80‑се йй. Стәрлетамаҡ өйәҙе Аҫаутамаҡ а. йәшәй. Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы. Комиссияға яңы суҡындырылғандар м‑н аҫаба башҡорттар, тау заводы хужалары м‑н казак старшиналары араһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү, йөкләмәләрҙе һәм йән башына һалымдарҙы кәметеү, пошлиналар йыйған ваҡытта башбаштаҡлыҡтарҙы бөтөрөү һ.б. т‑да наказ индерә. Сауҙа ирке т‑дағы сығыштарҙы яҡлай; “Аҫыл һөйәктәр хоҡуҡтары проекты”н тикшергәндә эҙмә‑эҙлекһеҙ позиция биләй. 1777 й. депутат исеменән мәхрүм ителә.

Әҙәб.: Флоровский А.В. Состав Законодательной комиссии 1767—74 гг. Одесса, 1915.

И.М.Васильев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке