МАСЛЕННИКОВ Сергей Евгеньевич (18.4.1982, Өфө), спортсы. Саңғы буйынса икебәйгелә Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2005). Урал физик культура ун‑тын тамамлаған (2006). 33‑cө СДЮШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Р.Ш.Закиров, А.М.Ҡурамшин). Шәхси зачётта Рәсәй чемпионы (2004—09, 2011), Бөтә донъя универсиадаһы (2005) һәм Рәсәй чемпионаттарының (2003—04, 2011) көмөш призёры, Бөтә донъя универсиадаһы чемпионы (2005, 2007), команда зачётында Рәсәй чемпионаттарының көмөш (2012) һәм бронза (2003, 2005, 2011) призёры, шәхси зачётта йәйге Рәсәй чемпионаттары еңеүсеһе (2002, 2004). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2006, 2010). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2003—12). 2012 й. алып С.‑Петербург спорт йыйылма командалары әҙерләү үҙәгендә ҡышҡы спорт төрҙәре бүлегендә баш белгес.

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.