МАРЮТКИН Василий Павлович [14.10.1922, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Варварино а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 17.11.1986, Өфө], спортсы. Парашют спорты б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1951), респ. категориялы судья (1958). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Стәрлетамаҡ аэроклубы тәрбиәләнеүсеһе. Шәхси ярышта көмөш призёр һәм команда зачётында донъя чемпионаты еңеүсеһе (1954). Парашюттан һикереү б‑са билдәләнгән урынға аныҡ төшөү б‑са 11 тапҡыр донъя рекордсыһы. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1954—58). СССР һәм СССР ДОСААФ‑ы (1950—56, 1958—59), Польша (1957), Ҡытай (1960) йыйылма командалары тренеры. Ҡыҙыл Байраҡ (1944), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944, 1985), Ҡыҙыл йондоҙ (1944, 1953) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.