МАРТЫНОВ Леонид Николаевич (9.5.1905, Омск ҡ. – 21.6.1980, Мәскәү), шағир, тәржемәсе. “Диңгеҙ ҡултығы” (“Лукоморье”; 1945), “Өҫтөнлөк” (“Первородство”; 1965), “Гипербола” (1972), “Алтын запас” (“Золотой запас”; 1981) шиғри йыйынтыҡтары, “Һауа фрегаттары” (“Воздушные фрегаты”; 1974) автобиографик новеллалар йыйынтығы һ.б. авторы. “Башҡорт мәмерйәһе” (“Башкирская пещера”) шиғыры Шүлгәнташҡа арналған. М.Ғафури, Х.Кәрим һ.б. башҡ. шағирҙарының шиғырҙарын, ш. уҡ Э.Межелайтис, А.Мицкевич, Ш.Петёфи һ.б. әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1974).

Р.Б.Әхмәҙиев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.