“МАРАФОН”, ҡаланың һәүәҫкәр йүгереүселәр клубы. Өфөлә урынлашҡан. 1984 й. “Спартак” ДСО‑һының, 1987 й. алып Профсоюздар спорт йәмғиәтенең Өфө ҡала советы эргәһендә асыла. 1993 й. башлап Еңел атлетика федерацияһы һәм Табип‑физкультура диспансеры базаһындағы Өфө физик культура һәм спорт ком‑ты ҡарамағында йәмғиәт ойошмаһы булараҡ эшләй. Клуб инициативаһы м‑н Өфөлә йыл һайын Еңеү көнөнә (1985 й. алып), Яңы йылға (1987 й. алып), Н.В.Ковшова иҫтәлегенә (1989 й. алып) арналған ярыштар, Ғафури М. исемендәге үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында экологик ярыш (1995 й. алып) һ.б. үткәрелә. Рәйестәре: Н.П.Сорочкин (1984 й. алып), Б.М.Усаев (1989), Н.З.Айтмөхәмәтов (1990 й. алып), М.К.Вәлитов (1993 й. алып), В.Б.Куликов (1997), С.Г.Матвеев (1998 й. алып).

А.А.Крюков

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.