МАРАТ Мөслим [ысын исеме Мөслимов Миңлемулла Нәбиулла улы; 10.5.1909, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Борай а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) – 17.8.1975, Өфө], шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1935). 1931 й. алып “Аллаһыҙ”, 1932 й. ғин. — “Үктәбер” (ҡара: “Ағиҙел”) ж. хеҙм‑ре, апр. — “Ленинсы” гәз. мөхәррир урынбаҫары, 1933 й. — Башҡ‑н дәүләт нәшриәтендә бүлек мөдире, 1934—37 йй. БАССР Яҙыусылар союзының яуаплы секретары, бер үк ваҡытта 1934 й. “Керпе” (ҡара: “Аманат”) ж. баш мөхәррире, 60‑сы йй. БАССР МС эргәһендәге Матбуғат идаралығында инспектор булып эшләй. “Ике корабль” исемле тәүге китабы 1930 й. сыға. “Ҡартаймаҫ йәшлек йыры” (1933), “Хәйҙәр ҡарттың күргәндәре” (1935), “Һаумыһығыҙ, дуҫтар, иптәштәр!” (1958), “Балҡы, ҡояшым” (1963) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. Н.Н.Асеев, Э.Вайнерт, В.Г.Короленко, В.А.Луговской һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән. Шағирҙың әҫәрҙәре урыҫ теленә тәржемә ителгән. “Ике фронт” (1933) пьесаһы Башҡорт драма театрында ҡуйылған. Шиғырҙарына К.Й.Рәхимов, Ғ.С.Әлмөхәмәтов һ.б. комп. йырҙар ижад иткән. 1‑се Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы (Мәскәү, 1934) делегаты. 1938 й. репрессиялана, 1939 й. азат ителә. 1957 й. аҡлана. М. исеме тыуған ауылындағы урамға бирелгән.

Ә ҫ ә р ҙ.: Шат колонналар йырлай: йырҙар. Өфө, 1935; Шиғырҙар йыйылмаһы. Өфө, 1936; Вихри весенние: стихи. Уфа, 1969.

Әҙәб.: Ҡ о л м о й Я. Хәтер хазинаһы. Өфө, 1996. 

 Тәрж. Ф.С.Фазылова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.