АНДРЕЕВ Григорий Александрович (7.1.1976, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Иҫке Ҡолсобай а.), спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003). ӨЮИ‑не тамамлаған (1999). Комплекслы СДЮШОР тәрбиәләнеүсеһе, 2000 й. алып Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренеры Г.И.Алексеев). Экиден б‑са Рәсәй чемп. (2002). Ярым марафонда Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (2000), ярым марафонда (2003) һәм 5000 м йүгереүҙә (2008) Рәсәй чемпионаттарының бронза призёры. Словакияла (Кошице ҡ., 2003) халыҡ-ара марафонда еңеүсе. Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2004, 2008). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2002 й. алып).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018