МАНСУРОВ Зөфәр Хәйретдин улы  (15.3.1909, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе  Яңы Васильевка а., хәҙ. БР‑ҙың  Бишбүләк р‑ны Уҫаҡкисеү а., –  4.10.1942, Ленинград өлк. Коломна  а. ерләнгән), шағир, журналист.  Яҙыусылар союзы ағзаһы. Б.В. һуғышында  ҡатнашыусы. К.А.Тимиря-  зев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған  (1941). 1930—31 йй. Бишбүләк  р‑ны мәктәптәренең береһендә,  1934 й. алып Куйбышев т. юлының  Дим—Ишембай участка төҙөлөшөндә,  1935 й. — “Коммуна” (ҡара:  “Ҡыҙыл таң”), 1937 й. “Водник Башкирии”  (“Башҡортостан йылғасыһы”)  гәз. эшләй. Фронтта һәләк була.  “Салют” (1941) шиғри йыйынтығына  совет пограничниктары тормошо  т‑дағы “Сүлдәр эсендә” поэмаһы,  шиғырҙар, ш. уҡ П.Ж.Беранженың  тәржемә ителгән әҫәрҙәре ингән.  Уның исеме Өфөләге Матбуғат  йортонда ҡуйылған мемориаль таҡтаташта  мәңгеләштерелгән (1985).  Әҙәб.: Йыр сафта ҡала. Өфө, 1960.  

Ф.Р.Фәррәхова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.