“МАНЕЖДАҒЫ ҺАБАНТУЙ”, БАССР‑ҙың 65 йыллығына арналған цирк программаһы. Премьераһы 1984 й. 19 мартында Өфө циркы аренаһында үтә. Программала һауа‑акробатик “Тау легендаһы” (етәксеһе Ю.Х.Ғәзизов), атлы‑акробатик “Па- де-труа” (Р.Р.Солтангәрәева; ҡара: Солтангәрәевтар), өйрәтелгән айыуҙар м‑н “Һабантуй” (А.Ғ.Вилданов), “Юғарыға сөйә торған таҡталар менән һикереүсе акробаттар” (Д.Ф.Әсәҙуллин; ҡара: Әсәҙуллиндар), “Башҡортостан егеттәре”, “Ике бабай” репризаһы (келәм клоундары А.Ш.Аймурзин, С.А.Яковлев), “Вольтижёр акробаттар” (Г.Дмитриев), ҡамсы һәм ҡороҡ ҡулланып “Ай сәскәһе” уйыны (С.Ф.Йәрмөхәмәтов; ҡара: Йәрмөхәмәтовтар), “Ҡулсалы перштарҙағы эквилибристар” (Ш.К.Кинйәкәев), “Шаян жонглёрҙар” (Х.Ғ.Сәфәрғәлин) һ.б. номерҙар була. Башҡ. фольклорына нигеҙләнгән программа сағыу милли колориты, сюжеттың уйланылған булыуы м‑н айырылып тора. Тамашала ҡатнашыусылар был программа м‑н (1989 й. тиклем эшләй) СССР буйлап гастролдәрҙә була. 

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.