МАМИН-СИБИРЯК (Мамин) Дмитрий Наркисович (25.10.1852, Пермь губ. Висимо‑Шайтан з‑ды – 2.11. 1912, С.‑Петербург), урыҫ яҙыусыһы. Урал һәм Себерҙең тау сәнәғәте тормошона арналған “Тау ояһы” (“Горное гнездо”), “Ҡырағай бәхет” (“Дикое счастье”; икеһе лә – 1884), “Өс тамамланыш” (“Три конца”; 1890), “Алтын” (“Золото”; 1892) һ.б. романдар, балалар өсөн “Ала муйын” (“Серая шейка”; 1893), “Алёнушканың әкиәттәре” (“Алёнушкины сказки”; 1894—1896) һ.б. әҫәрҙәр авторы. М.-С. Уралға арналған әҫәрҙәренә башҡ. тематикаһы ингән. “Уралдан Мәскәүгә тиклем” (“От Урала до Москвы”; 1881) юлъяҙмаларында, “Исемһеҙ” (“Без названия”; 1880), “Привалов миллиондары” (“Приваловские миллионы”; 1883), “Икмәк” (“Хлеб”; 1895) романдарында, “Беҙ бөтәбеҙ ҙә икмәк ашайбыҙ” (“Все мы хлеб едим”; 1882), “Ҡымыҙға” (“На кумыс”; 1888), “Ҡара ханым” (“Кара‑ханым”; 1889) хикәйәләрендә һәм очерктарында башҡ. халҡының сыҙай алмаҫлыҡ ауыр тормошо, ер һәм урмандарҙы вәхшиҙәрсә талау, башҡорттарҙың бөлгөнлөккә һәм хәйерселеккә төшөүе, азатлыҡ һөйгән халыҡтың иҙеүселәргә ҡаршы көрәше, башҡ. м‑н урыҫтар араһындағы дуҫлыҡ сағылған. “Охониндың ҡаштары” (“Охонины брови”; 1892) повесында Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) осорондағы урыҫ, башҡ. һ.б. халыҡтарҙың берҙәм көрәшенең соц. яҡтан бәйле булыуы күрһәтелгән; батыр һәм шағир Салауат Юлаев һәм башҡорт ихтилалдарының (17— 18 бб.) башҡа юлбашсылары героик‑романтик фольклор стилендә һүрәтләнгән. М.-С. әҫәрҙәрендә башҡ. этнографияһы һәм фольклоры ҙур урын алып тора. “Өмә” (“Юммя”; 1889) хикәйәһендә өмә һәм көрәш һүрәтләнгән. “Таулы төн” (“Горная ночь”; 1898), “Байғош” (“Байгуш”; 1899) хикәйәләрендә башҡ. йырсыларының һәм сәсәндәренең сағыу образдары тыуҙырылған. М.-С. әҫәрҙәре башҡ. теленә тәржемә ителгән. Өфөлә уның исеме м‑н урам аталған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Хикәйәләр. Өфө, 1960; Собрание сочинений: в 8 т. М., 1953—1955. 

 М.Ғәхимҡолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке