МАЛИКОВА Гүзәл Хәсән ҡыҙы (8.11.1962, Баймаҡ ҡ.), актриса. БР‑ҙың халыҡ (2009) һәм атҡ. (1997) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1994). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1987; Р.В.Исрафилов курсы) БАДТ актрисаһы.

Вокаль һәләттәрен, һығылмалылығын, сәхнәлә кәүҙәләндереү сараларын ифрат оҫта ҡулланып, комик ролдәрҙе сағыу үҙенсәлек м‑н башҡарған актриса: Мартина (“Ирекһеҙҙән табип” — “Лекарь поневоле”, Мольер; дебют, 1986), Сәрби (“Башмағым”), Шифабикә (“Тиле йәшлек”, И.Ә.Абдуллин), Труабаль мадам (“Минең ҡатынымдың исеме Морис” — “Мою жену зовут Морис”, Р.Шарт). Фәйрүзә (“Яралы яҙмыш”, Н.Асанбаев), Миңлекәй (“Айгөл иле”), Ҡарсыҡ (“Тылсымлы сәңгелдәк”, Н.Д.Әбдеҡадиров), Һәҙиә (Т.Й.Ғиниәтуллиндың “Ер менән күк араһында” әҫәре б‑са Р.М.Кинйәбаев инсценировкаһы) һ.б. образдарҙың характерын үҙенсәлекле аса. Т/ф ролдәре: Сәкинә (“Миҙал”, 2000), Йәмилә (“Ай ҡыҙы”, 2001, 2002; икеһе лә — “Башҡортостан” ДТРК‑һы). 

З.В.Сәйфуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке