МАКЛАКОВ Владислав Вениаминович (16.11.1938, Вологда өлк. Терёхино а. — 8.10.2007, БР‑ҙың Өфө р‑ны Николаевка а.), тренер. Софтбол б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1998). БАССР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1988). 1959 й. алып Өфө р‑нында эшләй: Осоргин тулы булмаған урта мәктәбендә, 1967 й. — Дмитриевка урта мәктәбендә физик культура уҡытыусыһы, 1971 й. башлап Булгаков а. ДЮСШ дир., 1973 й. алып Нуғай урта мәктәбендә физик культура уҡытыусыһы, 1976 й. — СССР‑ҙың 60‑йыллығы с‑зында спорт б‑са методист, 1991 й. — СДЮШОР‑ҙың уҡытыусы‑тренеры, бер үк ваҡытта 1987 й. “Башҡортостан” софтбол клубының баш тренеры. М. етәкс. “Башҡортостан” командаһы Б группаһында Европа илдәре кубоктары кубогын (1999), Рәсәй кубоктарын (1994, 1997—98) яулай, РСФСР чемпионы (1991), Рәсәй чемпионаттарының көмөш (1992, 1995, 1998) һәм бронза (1993—94, 1996—97, 1999) призёры була. Тәрбиәләнеүселәре араһында И.Ю.Полецкова, А.Р.Уйылданова, ш. уҡ 40‑тан ашыу Рәсәй спорт мастеры.

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Текст на русском языке