МАКАРОВ Александр Николаевич (11.10.1958, Ашхабад ҡ.), тренер. Бокс б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2006). РФ‑тың (2002) һәм БР‑ҙың (1995) атҡ. физик культура хеҙм‑ре. Урал физик культура акад. тамамлаған (1996). 1981 й. башлап “Хеҙмәт резервтары” ДСО‑һының Башҡ‑н өлкә советында, 1982 й. — БАССР‑ҙың юғары спорт оҫталығы мәктәбендә, 1985 й. — “Юлдаш” физик культура йортонда, 1989 й. — армияның спорт клубында, 1994 й. — 4‑се СДЮСШОР‑ҙа (бөтәһе лә — Өфө) бокс б‑са тренер, бер үк ваҡытта 2004—08 йй. БР йыйылма командаһының баш тренеры, 2013 й. алып Рәсәй йыйылма командаһының өлкән тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында В.А.Ганченко, Р.А.Ғиззәтуллин, Э.Ә.Ҡасимов, Н.Н.Фәйзуллин, Р.Ғ.Хөснөтдинов, ш. уҡ 50‑нән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры.

Тәрж. Бердина Ғ.Р.

Текст на русском языке