АНДРЕЕВ Владимир Петрович (24.7.1910, Өфө — 24.10.1955, Октябрьский ҡ., Өфөлә ерләнгән), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1934). Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлаған (1930; педагогы И.И.Урядов). 1935—37 йй. БДХМ директоры. 1949—51 йй. “Башхудожник” ширҡәте (ҡара: Ижади‑производство комбинаты) рәйесе. Башҡ. һынлы сәнғәтендә индустриаль пейзажға нигеҙ һалыусы. 20 б. 30‑сы йй. “Сәнәғәт пейзажы”, “Ударница” һ.б. эштәрен ижад иткән. СССР ВДНХ‑ның Башҡортостан павильоны өсөн “Нефть разведкаһы” (1939), “Икенсе Баҡы” (1953) панноларын эшләй. Б.В. һуғышы йылдарында “Салауат тураһында йыр” тарихи полотноһы өҫтөндә эш башлай, уның өсөн “Башҡорт малайы”, “Хәбир Нуриманов” (икеһе лә — 1942 й.) этюдтарын яҙа. Шул уҡ ваҡытта “Фронтҡа оҙатыу” (1943), “Госпиталдә концерт” (1945) һ.б. картиналарын ижад итә. Һуғыштан һуңғы осорҙа А. ижадында “Умырзаялар” (1945), “Ҡурай тураһында йыр” (1947), “Өфөлә яҙ” (1955) лирик һынлы сәнғәт өлгөләре барлыҡҡа килә. 40‑сы йй. аҙ. — 50‑се йй. башында индустриялаштырыу темаһы А. ижадында яңы үҫеш ала: “Ишембайҙа” (1948), “Тәүге нефть эшелоны” (1949), “Хеҙмәт вахтаһына” (1955). “Туймазы нефть промыслалары” график эштәре (1954, ҡағыҙ, акв.), “Туймазынефть” һүрәттәр серияһы (1954), “Туймазынефть”, “Ишембай шихандары” монументаль паннолары (МДУ өсөн), “Башҡортостан сәнәғәте” (БАССР МС‑ы өсөн; бөтәһе лә — 50‑се йй.) һ.б. эштәр авторы. 1930 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1956, 1966, 1972). Эштәре БДХМ, Рәсәй һәм сит ил музейҙары коллекцияларында һаҡлана. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1955).

Әҙәб.: Каталог посмертной выставки В.П.Андреева. Уфа, 1956.

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке