МАҠАР УРТА МӘКТӘБЕ, 1872 й. Ишембай р‑нында урыҫ-башҡорт халыҡ училищеһы булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1934 й. — Маҡар крәҫтиән йәштәре мәктәбе м‑н ҡушылғас, тулы булмаған урта мәктәп, 1936 й. хәҙ. исемен һәм статусын ала. Иҫәкәй а. филиалы эшләй. Тыуған яҡты өйрәнеү музейы, спорт залы, уҡыу оҫтаханаһы, уҡытыу- тәжрибә участкаһы бар. Урта мәктәпте 4 меңгә яҡын кеше тамамлаған (2013), улар араһында Ә.С.Бәхтейәров, Ә.Х.Вилданов, К.А.Вәлиев (физик), З.Ғ.Ғәбиҙуллин, Н.Т.Зарипов, Г.Б.Ҡарамышев, Ғ.Х.Ҡарамышев, Ә.Б.Ҡарамышев, Ә.Б.Мөхәмәтҡолов, Ф.Б.Мөхәмәтшин, Н.С.Мусин, Ф.Ғ.Мырҙаҡаев, Ш.Ғ.Насиров, Р.Х.Ниғмәтуллин, Сәсәниә, Ә.А.Таһирова, В.М.Тимербулатов, В.И.Әхмәҙиев; бында ш. уҡ Ә.Ә.Вәлидов уҡыған. М.у.м. м‑н Г.Б.Ҡарамышев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Мәктәп базаһында Ишембай ҡ. Балалар сәнғәт мәктәбе филиалы эшләй (1998 й. алып). М.у.м. “Рәсәйҙең йыл мәктәбе— 99” дипломы м‑н бүләкләнгән. Мәктәп терр‑яһында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға — обелиск (1985), бинаһына уны тамамлаған Ж.Ғ.Кейекбаев һәм З.Т.Үтәғолов хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ (1997) ҡуйылған.

Г.Р.Хисмәтуллина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке