“МАЙҘАН”, Химиктар мәҙәниәт һарайының бейеү ансамбле. 1997 й. “М.” исеме м‑н ойошторола, 2011 й. алып “Мотор эшләүсе” мәҙәниәт һарайының “Байрам” бейеү ансамбле. 2004 й. “халыҡ” исемен ала. Репертуарында “Күңелле йәшлек”, “Егеттәр”, “Айлы кис”, “Түңәрәк күл” һ.б. башҡ.; “Урал кадриле” (“Уральская кадриль”), “Күңелле урыҫ бейеүе” (“Русская раздольная”), “Дәртле бейеү” (“Задорный пляс”) урыҫ; “Егеттәр уйыны”, “Яҙғы тауыштар” татар; “Һыуһарҙар” (“Куницы”) мари, “Ҡылансыҡтар” (“Выкрутасы”) украин һ.б. халыҡ бейеүҙәре. Рәсәй, Төркиә, Украина, Италия буйлап гастролдәрҙә була. Бөтә Рәсәй “Йәшлек” (“Юность”; Мәскәү, 2001; Гран-при), “Еңеү салюты” (“Салют Победы”) халыҡ ижады (Өфө, 2004—06) фестивалдәре, халыҡ-ара фестивалдәр (Ялова ҡ., Төркиә; 2002; Тарченто ҡ., Италия, 2013), “Ҡырым феерияһы” (“Крымская феерия”; Евпатория ҡ., Украина, 2006; Гран-при), Ф.Ғәскәров ис. призға Төбәк‑ара халыҡ бейеүе ансамблдәре фестивале (Өфө, 2005, 2012), “Байыҡ” Респ. телевизион фестивале (Өфө, 2013) лауреаты. Ойоштороусыһы, художество етәксеһе һәм бейеүҙәрҙе ҡуйыусы – РФ‑тың почётлы дөйөм белем биреү хеҙм‑ре А.Б.Нәбиуллин. 

О.Ғ.Вилданова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.