МАЗОВ Николай Юрьевич (13.7. 1969, Нея ҡ.—31.1.2014, Өфө), тренер. Филос. ф. д‑ры (2009). Грек‑рим көрәше б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2003), СССР‑ҙың спорт мастеры (1991) һәм халыҡ‑ара категориялы судья (1996). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2008), РФ‑тың физик культура һәм спорт отличнигы (1997). Мәскәү физик культура акад. (1997), БДУ‑ның хоҡуҡ ин‑тын (2001) тамамлаған. “Өфөлө” спорт клубы ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары В.К.Ғәйнуллин, Ф.Х.Ишмәков, Р.Ф.Ҡорбанғәлиев). РСФСР чемпионатының көмөш призёры (1991). 1987 й. алып грек‑рим көрәше б‑са “Өфөлө” СДЮСШОР‑ының тренер‑уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1993—2005 йй. “Хеҙмәт” стадионы дир. һәм 1997 й. башлап Башҡ‑н физик культура ин‑тының өлкән уҡытыусыһы. Тәрбиәләнеүселәре араһында В.З.Ғәлиев, Ю.В.Сабанов, Э.Р.Сәхәбетдинов, ш. уҡ 60‑тан ашыу Рәсәй спорт мастеры.

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.