МАЗИН Михаил Павлович (26.2. 1925, Минск), архитектор. БАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1975). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1955). Мәскәү архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (1949) “БашНИПИнефть” ин‑ты архитекторы, 1954 й. алып проекттарҙың баш инженеры, 1965—88 йй. баш архитекторы, бер үк ваҡытта 1949—60 йй. Өфө коммуналь-төҙөлөш техникумында, Урал политехник ин‑тының Өфө филиалында, ӨАИ‑ла уҡыта. 2002—05 йй. “Архпроект”, “Проект‑М” ЯАЙ проекттарының баш архитекторы. Төмән өлк. һәм Башҡортостандың байтаҡ ҡалалары өсөн ҡала төҙөлөшө һәм архитектур проекттарҙы, ш. иҫ. Ленин урамындағы торлаҡ йорттарҙы (50‑се йй.), БАССР ВДНХ павильоны (1972), “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы (1981), Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай (1995) һ.б. биналарҙы, Башҡорт филармонияһы (1987), БДОБТ (1986, 1994; бөтәһе лә — Өфө) биналарын реконструкциялау проекттарын эшләүҙә авторҙаш була. Ҡала башҡарма ком‑ты бинаһы (Октябрьский ҡ., 1956) һ.б. проекты авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), “Почёт Билдәһе” (1981) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: От “вороньих слободок” к современной Уфе //Arthouse. 2006, №10; Дворец не сразу строился… //Архитектура, строительство, дизайн. 2007. №5. Әҙәб.: Д о н г у з о в К.А. Союз архитекторов Республики Башкортостан: история и современность. Уфа, 1998; Михаил Павлович Мазин. Зодчий и время: альбом, Б.м., б.г.

Б.Ф.Любимов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке