• Печать

МАДЖУГА Анатолий Геннадьевич (22.7.1970, Чимкент ҡ.), педагог, психолог. Психология ф. д‑ры (2006), пед. ф. д‑ры (2011). Ҡаҙағстан Респ. мәғариф отличнигы (1995). Шымкент пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1992) Шымкенттың 50‑се урта мәктәбендә уҡыта. 1993 й. алып Көньяҡ Ҡаҙағстан ун‑тында (Шымкент): 1999 й. башлап гигиена һәм спорт медицинаһы каф. мөдире вазифаһын башҡарыусы, 2002 й. — психология каф. мөдире. 2007 й. алып БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында психология, 2014 й. — педагогика һәм психология каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре сәләмәтлек психологияһы, һаулыҡты һаҡлаусы белем биреү технологиялары проблемаларына һ.б. арналған. 320‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина