МАГНИТОГОРСК ТЕХНИК УНИВЕРСИТЕТЫ. Белорет ҡ. филиалы 1957 й. киске бүлек булараҡ асыла, 1964 й. алып Белорет киске ф‑ты, 1994 й. — Белорет ф‑ты, 2000 й. — Г.И.Носов ис. Магнитогорск дәүләт техник ун‑ты филиалы. Уҡытыу көндөҙгө, көндөҙгө-ситтән һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә машиналар һәм металды баҫым м‑н эшкәртеү технологияһы, металл ғилеме һәм металдарҙы термик эшкәртеү, металлургия машиналары һәм ҡорамалдары, металдарҙы баҫым м‑н эшкәртеү, стандартлаштырыу һәм сертификациялау, электр энергетикаһы һәм электр техникаһы һөнәрҙәре һәм йүнәлештәре б‑са алып барыла. Уҡытыусылар араһында 4 фән д‑ры һәм 36 фән канд. (2013). Уйлап табыуҙарға 84 авторлыҡ танытмаһы һәм патент алынған. 3,5 меңгә яҡын белгес әҙерләнгән (2013). Бүлек мөдире — Я.Г.Оглоблин (1957 й. алып); декандары: Л.Г.Борозинец (1959 й. алып), Н.В.Соколов (1973 й. алып), Б.А.Бирюков (1981 й. алып), Б.Н.Красавин (1984 й. алып), В.Г.Рыжков (1999 й. алып); дир. — Д.Р.Хәмзина (1999 й. алып).

Д.Р.Хәмзина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке